Читать книгу Бәпембә балаларына әйтер һүҙ. Тормошобоҙ тураһында. Һәм тормош ҡанундары хаҡында. Әлбиттә, Ел дә бар был мәҫәлдә онлайн

1 страница из 3

Бәпембә балаларына әйтер һүҙ

Тормошобоҙ тураһында. Һәм тормош ҡанундары хаҡында. Әлбиттә, Ел дә бар был мәҫәлдә


Дика Кара

перевод книги «Детям одуванчиков» (автор Дика Кара) с русского на башкирский язык


Переводчик Ләйсән Әхмәҙуллина


© Дика Кара, 2021

© Ләйсән Әхмәҙуллина, перевод, 2021


ISBN 978-5-0055-8566-0

Создано в интеллектуальной издательской системе Ridero

Көн кискә ауыша.

Көн эҫеһе урынына киске еләҫ рәхәтлек килде. Бар терелек еңеллек менән тын алды.

Бөтә йәшеллек һәм йәнлектәр йоҡоға әҙерләнгән саҡта, теңкә ҡоротҡос ләпәктәр үҙ эшенә тотондо.

Бәпембә-ҡарт йоҡоға китер алдынан әҙерәк бәпембә-ейәнсәрҙәре менән әңгәмәләшеп алырға булды.

– Борон бәпембәләр әйтер ине, имеш тә донъяла иң кәрәклеһе һәм ҡиммәтлеһе – һайлай алыу һәм ыңғай Ел. Дөрөҫтөр, тик мин шуны өҫтәр инем: иң мөһиме – ата-әсә япрағы яҡын булһын!

Олатай һүҙҙәре бәпес-бәпембәләрҙе аптырауға һалды:

– Нисек инде, ата-әсә япрағы яҡын булһын, олатай? Ул алыҫ та булырға мөмкинме ни?

– Ярай, ваҡыты килгәс, аңларһығыҙ, – тип туҡтатты әңгәмәне олаталары. «Иртәрәк шул әле, аңламайҙар», – тине эстән генә олатай-бәпембә, ә ауыҙынан ошондай һүҙҙәр сыҡты:

Правообладателям