Читать книгу Бәпембә балаларына әйтер һүҙ. Тормошобоҙ тураһында. Һәм тормош ҡанундары хаҡында. Әлбиттә, Ел дә бар был мәҫәлдә онлайн

2 страница из 3

– Әйҙәгеҙ, йоҡларға ятайыҡ. Һуң инде.

Әйткән һүҙ – атҡан уҡ, тигәндәй, олатай һүҙҙәре бер бәпембә-ейәнсәренең башынан һис тә сығырға ашыҡманы.

– Олатай, аңлатсы, нисек инде улай? Ниңә улай тип әйттең? Йә инде, аҡыллы һүҙеңде ишеттер!

– Әллә аҡыллы, әллә йүнһеҙ булды был һүҙ… – тип сәйер яуапланы олатай күҙен дә асмай.

– Һөйлә инде, олатай! – тип бимазаланы һаман ейәнсәре.

– Йә, ярай, улайһа, тыңлағыҙ, – тип һөйләүен башлап ебәрҙе олатай-бәпембә, йоҡоһон ҡыуып ебәрергә тырышып.

Борон хозур ғына бер тау итәгендә бәпембәләр йәшәгән. Был изге мәхлүҡтәр торған ер матур, һауаһы шул тиклем саф булған, Ҡояш та уларҙы үҙ балалары һымаҡ иркәләтеп, нурға-йылыға сорнап ҡына үҫтергән.

Апрель айында, ер ҡарҙан әрселеү менән, бәпембәләр дәррәү генә баштарын ҡалҡытып, рәхәт тормош башлайҙар. Бәпембәләр һәр бер көнгә ҡыуанып, ә башҡалар – йәнлектәр, ҡоштар һәм һәр уҙаман-бәпембәләр менән һоҡланып йәшәне. Һәр яңы көн бәпембәләргә ҡыуаныс килтереп торҙо һәм улар Ҡояшҡа үрелеп үҫә бирҙеләр.

Ҡояштың беренсе яғымлы нурҙары тейеү менән, бәпембәләр иркәләнеп күҙҙәрен астылар, кирелә-кирелә һап-һары эшләпәләрен кейҙеләр. Кис төнгә ауышҡанда иһә бәпембәләр ерҙәге, һауалағы күршеләрәнә тыныс йоҡолар, тәмле төштәр теләй-теләй, үҙҙәре лә йоҡоға талалар.

Правообладателям